СӘЙФЕТДИНОВ Шаһыбал Сәхәүетдин улы (1847—1917), Ырымбур губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Муса а.(БР‑ҙың Учалы р‑ны) башҡорто. Рәсәй мосолмандары союзы ағзаһы. Думала аграр комиссия, Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы ағзаһы. Комиссияға башҡорттарҙан законһыҙ тартып алынған ерҙәрҙе кире ҡайтарып биреү хаҡында ғариза тапшыра.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика