АТНАБАЕВА Зинира Ҡасим ҡыҙы [21.12.1934, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Иҫке Күрҙем а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны) — 23.4.2013, Өфө], актриса. РФ‑тың халыҡ (1995), РСФСР‑ҙың атҡ. (1980), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). Ә.Ҡ.Атнабаевтың һеңлеһе. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков һәм О.И.Пыжова курсы) БАДТ актрисаһы. Актрисаға комик ролдәр яҡыныраҡ: Туцца (“Мут егет”, Л.Пиранделлоның “Лиола” пьесаһы б‑са), Йәмилә һәм Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Рәсилә (“Игеҙәктәр”, Атнабаев) һ.б. А. трагик ролдәрҙе лә сағыу, ышандырырлыҡ итеп башҡара: Леди Макдуф (“Макбет”, У.Шекспир), Татьяна Краснова (“Бәлә кеше башынан йөрөй”, А.Н.Островский) һ.б. Актрисаның драматик ролдәре ҡатын-ҡыҙ психологияһын тәрән аңлау, характерҙарҙы тулы асып биреү м‑н айырылып тора: София (“Бәхетһеҙ мөхәббәт”, И.К.Карпенко‑Карыйҙың “Бәхетһеҙ” — “Бесталанная” пьесаһы б‑са; дебют, 1959), Марта (“Ят йондоҙ”, Х.Вуолийокиның “Нискавуори ҡатындары” — “Женщины Нискавуори” пьесаһы б‑са), Баныу (“Һөйгәнемдең тыуған көнө”, И.Ғ.Юзиев), Фатиха (“Аманатҡа хыянат”, Ф.В.Богданов). А. иң ҙур эштәренең береһе — Сарра роле (“Иванов”, А.П.Чехов), унда актриса трагик яңғырашлы, психологик йәһәттән ҡатмарлы образ тыуҙырыуға өлгәшә. “Өҙөлгән туй”, “Йәшенле ямғыр” пьесалары авторы. СССР‑ҙа поляк драматургияһы фестивале (Мәскәү, 1976), А.П.Чехов драматургияһы б‑са Бөтә Рәсәй сәхнә әҫ. смотры (Таганрог ҡ., 1979) дипломанты.

Әҫәрҙ.: Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. Өфө, 2008; Уҙған ғүмер — иҫтәлек. Өфө, 2009.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева