САБИТОВ Сәлих Ғиззәт улы [10.10. 1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Йәрәмкә а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 18.5.1979, Өфө, Йәрәмкәлә ерләнгән], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. алып Йәрәмкәлә к‑зда эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. Дек. алып Көнбайыш һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н С. 1944 й. 9—11 авг. Сташув ҡ., 1945 й. 20 ғин. Ополе ҡ. (икеһе лә — Польша) янындағы алыштарҙа һәм 16 апр. Мискац ҡ. (Германия) төньяҡтараҡ Нейсе й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) Шаран р‑нының Ф.Энгельс ис. к‑зында эшләй. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), 1‑се (1945 й. июне), 2‑се (ш. уҡ йылдың апр.), 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика