СӘЙЕТБАЙ ӘЛКӘЛИН (?—16.5.1740, Өфө провинцияһы Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (173540) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1737 й. яҙында Килмәк Нурышев, Көҫәп Солтанғолов һәм Рысай Иғембәтов м‑н берлектәНуғай һәм Себер даруғаларында ихтилалға етәкселек итә. 1738 й. июнендә Рысай Иғембәтов м‑н бергә Табын ҡәлғәһенә Л.Я.Соймоновҡа ғәйебен танып килә. 1739 й. яҙында яңы ихтилал ойоштороуға тотона. 1740 й. мартында В.А.Урусовтың саҡырыуы б‑са Алдар м‑н бергәбаш күтәреүселәрҙең баш һалып килеү шарттары т‑да һөйләшеү өсөн Һамар ҡ. килә. Ҡулға алынып, Минзәлә ҡаласығына Соймоновҡа ебәрелә. Язалап үлтерелә.

И.Ғҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика