САБАНЕЕВ Леонид Павлович (10.12.1844, Ярославль губ. Высокое а. — 25.3.1898, Таврия губ. Ялта ҡ.), этнограф. Мәскәү ун‑тының тәбиғәт ф‑тын тамамлаған (1870). 1873—77 йй. – “Природа” (“Тәбиғәт”) ж., 1878 й. алып “Природа и охота” (“Тәбиғәт һәм һунар”) ж. (икеһе лә — Мәскәү) мөхәррире һәм сығарыусыһы. 1868—70 йй. Урал буйлап экспедицияла ҡатнашып, төбәктең тарихын, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын өйрәнә. “Урал аръяғы очерктары һәм башҡорт ерҙәрендә дала хужалығы” (“Очерки Зауралья и степное хозяйство на башкирских землях”; 1873) китабында башҡорттар араһында ер биләүселәрҙең хужалыҡтары, ситкә китеп эшләү т‑да мәғлүмәттәр килтерә. Император Мәскәү тәбиғәтте өйрәнеүселәр йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1868).

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика