СӘЙЕТ ЙӘҒӘФӘРОВ, башҡорт ихтилалы (168184) етәксеһе. Башҡ. старшинаһы, мулла. 1681 й. июненән Ҡазан даруғаһы, Нуғай даруғаһы, Уҫы даруғаһы, Себер даруғаһы терр‑яһынд аихтилалға әҙерлек б‑са агитацион эшмәкәрлек алып бара. 1682 й. апр. алып баш күтәреүселәрҙең Кама аръяғы ҡәлғәләренә (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) һөжүменә, Көңгөр һәм Өфөнө ҡамауға етәкселек итә. Баш күтәреүселәр араһындағы низағтан һуң 1682 й. июлендә ҡалмыҡ ханы Әйүкә м‑н ихтилалға ҡораллы ярҙам т‑да килешеү төҙөй. Башҡорт һәм ҡалмыҡтарҙың С. етәкс. берләшкән отрядтары башлыса Ҡазан, Нуғай һәм Уҫы даруғалары терр‑яһында һуғыша. 1683 й. башында ҡалмыҡтар ихтилалдан ситләшә, башҡ. отрядтары көрәште 1684 й. көҙөнә тиклем дауам итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.Ғҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика