РЯБОВ Андрей Фёдорович [29.10. 1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Воскресенск ҡсб (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 14.2.2004, Ишембай ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 12‑се армия 203‑сө уҡсылар див. 592‑се уҡсылар полкының 5‑се ротаһы уҡсыһы рядовой Р. 1943 й. 27—28 окт. Украина ССР‑ының Запорожье ҡ. төньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң Ишембайҙа йәшәй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин