РЫЧКОВ Пётр Иванович [1.10. 1712, Архангелогород губ. Вологда ҡ. — 15.10.1777, Екатеринбург ҡ., Ырымбур губ. Спас а. (ТР‑ҙың Бөгөлмә р‑ны) ерләнгән], тарихсы, географ, иҡтисадсы. Фәндәр һәм художество акад. мөхбир ағзаһы (С.‑Петербург, 1759). Коллегия советнигы (1751). Сауҙагәр. 1733—34 йй. С.‑Петербург таможняһы тәржемәсеһе һәм бухгалтер ярҙамсыһы, 1744—60 йй. Ырымбур губерна канцелярияһы хеҙм‑ре, 1769 й. алып Баш Ырымбур тоҙ эштәре идараһы етәксеһе, 1777 й. Себер һәм Ҡазан з‑дтарының Баш идараһы канцелярияһы начальнигы. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы, төбәкте колониялаштырыу, башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) тарихын, башҡорттарҙың шәжәрәләрен, хужалығын, көнкүрешен, ырыу-ҡәбилә ҡоролошон, төбәктең тәбиғәт ресурстарын өйрәнгән. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. “Ырымбур губернаһын ойоштороу буйынса Ырымбур тарихы” (“История Оренбургская по учреждению Оренбургской губернии”; 1759), “Ырымбур топографияһы, йәғни Ырымбур губернаһын ентекле һүрәтләү” (“Топография Оренбургская, то есть обстоятельное описание Оренбургской губернии”; 1762, ҡара: “Ырымбур топографияһы”), “Лексикон йәки Ырымбур губернаһының топографик һүҙлеге” (“Лексикон или Словарь топографической Оренбургской губернии”; 1776, баҫылмаған), авторы. Ырымбур экспедицияһында (1734—44) ҡатнашыусы. Ирекле иҡтисад йәмғиәте (1765) һәм Мәскәү ун‑ты эргәһендәге Ирекле Рәсәй йыйылышы ағзаһы.

Әҙәб.: М а т в и е в с к и й П.Е., Е ф р е м о в А.В. Пётр Иванович Рычков. М., 1991.

И.В.Күсемов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.