РЫЧКОВ Николай Петрович (15.10.1746, Ырымбур ҡ. — 1784, Әстерхан губ. Владимировка биҫтәһе), сәйәхәтсе, географ, этнограф. Коллегия асессоры (1772). П.И.Рычковтың улы. 1760—67 йй. Троицк һәм Ревель драгун, Пенза пехота полктарында хеҙмәт иткән. 1768 й. алып П.С.Паллас етәкс. Академик экспедицияларҙа ҡатнашҡан. Вятка губернаһын, Ҡазан губернаһын, Пермь губернаһын, Өфө губернаһын, Ырымбур губернаһын өйрәнгән. Мәғлүмәттәр йыйып, Башҡортостандың тәбиғәтен, мәмерйәләрҙе, ш. иҫ. Ыҡ мәмерйәләрен; баҡыр рудниктарын (ҡара: Приискылар һәм рудниктар), төбәктәге баҡыр иретеү заводтарын, башҡорт, мишәр, татар һәм типтәрҙәрҙең көнкүрешен, йолаларын һүрәтләгән.

Х е ҙ м.: Журнал, или Дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства в 1769 и 1770 году. СПб., 1770.

В.В.Сидоров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.