РЫСАЙ ИҒЕМБӘТОВ, Р ы с а й б а й И., 1737—38 йй. башҡ. ихтилалдары [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)] етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорто. Шул уҡ улус старшинаһы. 1737 й. яҙында Көҫәп Солтанғолов һәм Сәйетбай Әлкәлин м‑н берлектә Нуғай һәм Себер даруғаларында ихтилалға етәкселек итә. Көҙөн уларҙың отряды (1 меңгә яҡын кеше) Нуғай һәм Себер даруғаларында Л.Я.Соймонов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 1738 й. июнендә Сәйетбай Әлкәлин м‑н бергә Табын ҡәлғәһенә Соймоновҡа ғәйебен танып килә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.