РЫНДИН Кузьма Васильевич [11.8. 1893, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ерал а. (Силәбе өлк. Әшә р‑ны) — 10.2.1938, Мәскәү], революция хәрәкәте эшмәкәре. 1915 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. 1914 й. башлап Ырымбур, Өфө губ. һәм Урал өлк. революцион эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнгән. 1917 й. февр. алып РСДРП(б)‑ның Эҫем ком‑ты, Эҫем эшсе депутаттары советы ағзаһы, 1918 й. июненән Эҫем тау округында йәшерен большевиктар ойошмаһы етәксеһе, 1919 й. апр. башлап Өфө губерна ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. 1920 й. алып РККА‑ла; 1921 й. башлап Златоуст өйәҙе советтарының башҡарма ком‑ты рәйесе, 1923 й. — РКП(б)‑ның Лысьва, 1924 й. — Түб. Тагил район ком‑ттары, 1925 й. — ВКП(б)‑ның Пермь округ, 1927 й. — Урал (Свердловск ҡ.) өлкә ком‑ттары секретары, 1929 й. — Мәскәү өлкә эшсе-крәҫтиән инспекцияһы мөдире,__ 1930 й. — ВКП(б)‑ның Мәскәү өлкә ком‑тында, 1934 й. — Силәбе өлкә ком‑тының 1‑се секретары. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1935). Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: А с а б и н Е.П. Под знаменем революции. Уфа, 1991.

Е.П.Асабин

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018