АТНАБАЕВ Әнғәм Ҡасим улы [23.2.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Иҫке Күрҙем а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны) — 13.10.1999, Өфө], шағир, драматург. БР‑ҙың халыҡ шағиры (1997). РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1960). З.Ҡ.Атнабаеваның ағаһы. 1943 й. алып Тәтешле р‑нының Аҡсәйет һәм Иҫке Күрҙем урта мәктәптәрендә уҡыта, 1951—68 йй. “Кызыл таң” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, бүлек мөдире, 1977—89 йй. “Һәнәк” ж. баш мөхәррир урынбаҫары. “Йөрәк менән һөйләшеү” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1958 й. сыға. Шағир әҫәрҙәренең төп темаһы — замандаштарының тормошо һәм хеҙмәте, уларҙың рухи эҙләнеүҙәре. “Йәшлек менән осрашыу” (1961), “Йөрәгем юлдары” (1971), “Мөхәббәт юлы” (1982) шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары авторы. А. драматургияһы әхлаҡи һәм соц. проблемаларға ҡағыла. “Ул ҡайтты” (1960) пьесаһында автор, фашист тотҡононан һәм мәжбүри эмиграциянан өйөнә ҡайтҡандан һуң, тыуған илендә артыҡ булған һалдат драмаһын күрһәтә. “Әсә хөкөмө” (1963), “Законлы никах менән” (1965), “Шоңҡар” (1967) пьесаларында А. кешенең йәмғиәт, үҙ намыҫы, тыуған ере алдындағы яуаплылығы проблемаһын күтәрә. А. әҫәрҙәре БР, РФ һәм яҡын сит ил театрҙарында ҡуйыла. А. шиғырҙарына комп. Ш.З.Ҡолбарисов, Н.Ғ.Сабитов, Р.М.Хәсәнов һ.б. йырҙар ижад иткән . Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1971). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (1999). А. исеме тыуған ауылындағы урта мәктәпкә (уның терр‑яһында бюст ҡуйылған, шунда уҡ шағир музейы эшләй), Яңауыл ҡ., Үрге Тәтешле, Иҫке Күрҙем аа. урамдарға бирелгән; Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2003 й. Тәтешле р‑ны хакимиәте тарафынан А. исемендәге пр. булдырылған.

Әҫәрҙ.: Пьесалар. Өфө, 1969; Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2008; Мелодии колокольчика: стихи. Уфа, 1978.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Шағирҙәр. Өфө, 1981; Әнғәм Атнабай: “Был ерҙе мин матурларға тыуҙым...”: халыҡ шағиры хаҡында замандаштары. Өфө, 2003.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.М.Шәрипова