СЕРКОВ Андрей Игнатьевич (1.8. 1919, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Преображенск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а., — 2.1.1944, Украина ССР‑ының Глыбочка а., Фурсы а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Йылайырҙа эшләгән. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. июненән Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армияның 74‑се уҡсылар див. 78‑се уҡсылар полкы элемтә ротаһының телефон взводы ком. кесе лейт. С. 1944 й. 2 ғин. Глыбочка а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Йылайырҙа урамға С. исеме бирелгән, кинотеатр бинаһына уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.