РЫБАЛКО Павел Семёнович (23.10. 1894, Харьков губ. Кесе Истороп а. — 28.8.1948, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Геройы (1943, 1945). Бронетанк ғәскәрҙәре маршалы (1945). Беренсе донъя, Граждандар, 1920 й. совет-поляк һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. РККА Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1934). 1919 й. алып Совет Армияһында. Окт. башлап Стәрлетамаҡ өйәҙ хәрби комиссариатында (сәйәси бүлек мөдире), 1920 й. — 1‑се Атлы армияның полк комиссары, 1927 й. — эскадрон, 1928 й. — полк, 1930 й. — бригада ком., 1934 й. — див. ком. ярҙамсыһы; 1937 й. башлап Польшала һәм Ҡытайҙа хәрби атташе. 1940 й. алып СССР Ген. штабының Хәрби акад. (Мәскәү) уҡытыусыһы, 1942 й. июленән Брянск, Көньяҡ- Көнбайыш, Үҙәк, Воронеж, 1‑се Белоруссия һәм 1‑се Украина фронттарында 5‑се, окт. башлап 3‑сө, 1943 й. майынан 3‑сө гвардия танк армиялары командующийы. 1946 й. алып Совет Армияһының бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре командующийының 1‑се урынбаҫары, 1947 й. — командующийы. СССР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1943, 1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1923, 1944), 1‑се дәрәжә Суворов (1944 й. ғин., авг., 1945), 1‑се дәрәжә Кутузов (1943), 1‑се дәрәжә Богдан Хмельницкий (1944), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Мәскәү, Пермь, Харьков һ.б. ҡалаларҙа урамдарға, Ташкент юғары танк команда уч‑щеһына Р. исеме бирелгән, Кесе Истороп а. һәм Прагала уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.