СЕРИКОВ Иван Павлович (26.6.1916, Курск губ. Яңы Таволжанка а. — 5.3.1958, Өфө), полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1944). Яңы Таволжанкала шәкәр з‑дында, 10‑сы урта мәктәптең комсомол ком‑ты секретары булып эшләгән. 1939 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. башлап Карел, 1‑се Украина, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 70‑се армия 136‑сы уҡсылар див. 358‑се уҡсылар полкының 1‑се батальоны ком. капитан С. 1945 й. 25 мартында Данциг ҡ. (хәҙ. Гданьск ҡ., Польша) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1952) Өфөлә йәшәй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), 3‑сө дәрәжә Суворов, 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика