СЕРЕБРЯННИКОВ Александр Георгиевич [1904 й. июне, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 8.7. 1943, Курск өлк. Ольховатка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. майынан Үҙәк фронтта хеҙмәт иткән. Герой исеменә 13‑сө армияның 6‑сы гвардия уҡсылар див. 25‑се гвардия уҡсылар полкының взвод ком. ярҙамсыһы гвардия өлкән сержанты С. 1943 й. 8 июлендә Ольховатка а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Белорет ҡ. һәм Ольховатка а. урамдарға С. исеме бирелгән, Белореттың 17‑се мәктәбе ихатаһында уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Рәсүлев Ғ.З. мәҡ. ҡарағыҙ.

Р.Х.Насиров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика