РЫБАЛКО Иван Игнатьевич (25.5. 1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Надеждино а. — 26.4.2000, Өфө), полковник. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейт. курстарын тамамлаған (1944). Башҡ‑н дәүләт геол. идаралығының Көйөргәҙе геол.-разведка партияһында, 3‑сө төҙөлөш тресы с‑зында эшләгән. 1943—46 йй. һәм 1951 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһы 9‑сы механизацияланған корпусы 69‑сы механизацияланған бригадаһының 1‑се механизацияланған уҡсылар батальоны пулемётсыһы рядовой Р. 1943 й. 22 сент. ҡараған төндә Украина ССР‑ының Зарубинцы а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1951 й. башлап Өфө берләшкән район хәрби комиссариатының 4‑се бүлек нач. булып хеҙмәт итә. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1973) Өфөлә йәшәй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Р. һәйкәл ҡуйылған, уның исеме 113‑сө урта мәктәпкә бирелгән, мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ урынлаштырылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин