СЕРЕБРЯКОВ Иван Давыдович [1881 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1882), Өфө губ. Златоуст өйәҙе Йүрүҙән а., хәҙ. Йүрүҙән ҡ., — 1914], Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. 1903 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Йүрүҙән-Ивановка заводының контора хеҙм‑ре. Думала аграр комиссия ағзаһы. Социал‑демократтар фракцияһына ингән. 1907 й. июнендә Дәүләт думаһының социал‑демократ ағзаларын суд эҙәрлекләүе ваҡытында йәшерен рәүештә Бельгияға сығып китә.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.