СЕРЕБРОВСКИЙ Александр Павлович (13.12.1884, Өфө — 10.2.1938, Мәскәү), революция хәрәкәтеэшмәкәре. 1903 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Юғары техник уч‑щены тамамлаған (Брюссель, 1911). 1914—17 йй. рус армияһында. 1900 й. алып А.И.Свидерскийҙың йәшерен түңәрәгенә ингән, 1902 й. ҡулға алынып, Вятка губ. һөрөлгән. 1905 й. 15 йылға каторгаға хөкөм ителгән, Бельгияға эмиграцияға киткән. 1912 й. башлап Баҡы, Мәскәү ҡҡ. йәшерен партия эше м‑н шөғөлләнгән. 1917 й. нояб. алып РСФСР‑ҙың Сауҙа ХК коллегияһы ағзаһы, 1918 й. — РККА‑ның тәьминәт б‑са Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Украина фронты тәьминәте нач., 1919 й. — Артиллерия з‑дтарының Үҙәк идараһы рәйесе, РСФСР бәйләнеш юлдары халыҡ комиссары урынбаҫары, 1920 й. — “Азнефть” (Баҡы) тресы идараһы рәйесе, 1926 й. — СССР Бөтә Рәсәй ХХС‑ы рәйесе урынбаҫары, РСФСР Нефть синдикаты идараһы рәйесе, Алтын-платина һәм алмаз сәнәғәте Баш идаралығы (“Главзолото”) рәйесе, 1932 й. — СССР‑ҙың ауыр сәнәғәт халыҡ комиссары урынбаҫары. Ленин (1931), Әзербайжан ССР‑ының Ҡыҙыл Байраҡ (1921), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1925), Ҡыҙыл Йондоҙ (1935) орд. м‑н бүләкләнгән. Репрессиялана, атыла. 1956 й. аҡлана.

Хеҙм.: Организация промышленных предприятий. М., 1918; Организация нефтяной промышленности. М., 1923; Металлическая промышленность Западной Европы. М., 1926.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика