РУТЧИНАлексей Иванович [6.12. 1911, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҫәнғол а. (БРҙың Ейәнсура рны) — 7.10.1943, Украина ССРы Куцеваловка а.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934—35 йй. Ейәнсура рнының В.В.Куйбышев ис. кзында малсылыҡ фермаһы мөдире, 1935—41 йй. Каттакурган һыу һаҡлағысы (Үзбәк ССРы) төҙөлөшөндә бригадир. 1931—34 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. нояб. башлап Төньяҡ Кавказ, Ялан фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37се армия 110сы гвардия уҡсылар див. 109сы гвардия айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионыныңөлкән шофёры гвардия старшинаһы Р. 1943 й. 7 окт. Куцеваловка а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. мн бүләкләнгән. Иҫәнғол а. урамға Р. исеме бирелгән, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

РУТЧИНАлексей Иванович [6.12. 1911, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҫәнғол а. (БРҙың Ейәнсура рны) — 7.10.1943, Украина ССРы Куцеваловка а.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934—35 йй. Ейәнсура рнының В.В.Куйбышев ис. кзында малсылыҡ фермаһы мөдире, 1935—41 йй. Каттакурган һыу һаҡлағысы (Үзбәк ССРы) төҙөлөшөндә бригадир. 1931—34 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. нояб. башлап Төньяҡ Кавказ, Ялан фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37се армия 110сы гвардия уҡсылар див. 109сы гвардия айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионыныңөлкән шофёры гвардия старшинаһы Р. 1943 й. 7 окт. Куцеваловка а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. мн бүләкләнгән. Иҫәнғол а. урамға Р. исеме бирелгән, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. И.Ғ.Кәримова Тәрж. М.Х.Хужин