РУС-ШВЕД ҺУҒЫШЫ (1788—90), Швецияның 1700—21 йй. һәм 1741—43 йй. һуғыштарҙа юғалтҡан биләмәләрен ҡайтарып алырға ынтылыуы арҡаһында тоҡанған. Флоттың хәрби хәрәкәттәре башлыса Балтик диңгеҙендә, ҡоро ер ғәскәрҙәренеке Финляндия терр‑яһында барған. Рус армияһы составына 1—4‑се башҡ. һәм 1‑се мишәр атлы полктары ингән. 1789 й. башҡ. полктары Кири а., Христина һәм Сен-Михель ҡҡ. янындағы алыштарҙа ҡатнашҡан. Һуғышта ҡатнашыусылар “1790 й. Швеция менән солох төҙөү өсөн” көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән. Һуғыш тамамланғас, 1792 й. тиклем 1‑се, 4‑се башҡ. һәм 1‑се мишәр полктары Полоцк наместниклығының Динабург ҡ. алып Ригаға тиклем сик буйы хеҙмәтен үтәгән.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин