РУС-ТӨРӨК ҺУҒЫШЫ (1828—29), тарҡалып барған Ғосман империяһы биләмәләрен бүлешер өсөн Рәсәй һәм Европа илдәре тарафынан алып барылған. Ҡоро ер ғәскәрҙәренең хәрби хәрәкәттәре Балҡанда һәм Кавказда, флоттыҡы Ҡара диңгеҙҙә барған. 2‑се рус армияһы составына 1‑се һәм 2‑се башҡорт полктары, 9‑сы Ырымбур һәм 4‑се Урал казак полктары, Өфө пехота полкы ингән. 1828 й. июленән башҡ. полктары Подольск губ. Ямполь ҡ. эргәһендә Днестр й. буйында кордон хеҙмәтендә булған, Өфө пехота һәм 4‑се казак полктары Шумла ҡәлғәһен ҡамауҙа, авг. алып (4 полктың барыһы ла) Козлуджи ҡ. янындағы алыштарҙа һәм Варна ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнашҡан, окт. — башҡ. полктары ген.-лейт. И.О.Витте корпусы, дек. Измаил һәм Килия ҡәлғәләре гарнизоны составында һуғышҡан. 1829 й. майында 9‑сы Ырымбур казак һәм Өфө пехота полктары Кулевче а. янындағы алышта, май—июндә 4‑се казак полкы Силистрия ҡәлғәһен ҡамауҙа, июлдә Өфө пехота полкы Балҡан аръяғы походында ҡатнашҡан. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә “1828—1829 йй. Төрөк һуғышы өсөн” көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.