РУС-ПРУСС-ФРАНЦУЗ ҺУҒЫШЫ (1806—07), 4‑се Францияға ҡаршы коалиция (Рәсәй, Пруссия) м‑н Франция араһындағы һуғыш. 1805 й. Рус-австрий-француз һуғышының дауамы булған. Хәрби хәрәкәттәр Пруссия терр‑яһында барған. Рус армияһы составына 20‑гә яҡын башҡ. полкы (һуғыш аҙағына килеп еткән) ингән. 1807 й. 10 майынан полк. В.А.Углицкий етәкс. 2 башҡ., 1‑се һәм 2‑се Ырымбур казак полктары Нарев й. буйында ген. Массена һәм Вреде ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан. 4 июндә 2 башҡ. полкы (ком. — майор Данкеев һәм поручик Б.К.Ҡыуатов; ҡара: Ҡыуатовтар) атаман М.И.Платов корпусы составында Веллау ҡ. янындағы алышта ҡатнашҡан. 9 июлдә Тильзит солохона ҡул ҡуйылғандан һуң император Александр I Наполеонға иррегуляр ғәскәрҙәр составына ингән башҡорттарҙы күрһәткән.

Әҙәб.: Ч у й к е в и ч П.А. Подвиги казаков в Пруссии. СПб., 1810; Д а в ы д о в Д.В. Тильзит в 1807 году //Башкирия в русской литературе. Т.1. Уфа, 1989.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин