СЕРГЕЕВ Фёдор Андреевич, Артём (7.3.1883, Курск губ. Глебово а. — 24.7.1921, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1901 й. алып РСДРП ағзаһы. 1902 й. Францияла, 1907— 17 йй. Австралияла эмиграцияла була. 1905 й. һәм 1917 й. Харьков ҡ. ҡораллы сығышҡа етәкселек итә. 1918 й. башлап Донецк-Кривой Рог Респ. ХКС рәйесе һәм халыҡ хужалығы комиссары, Украина ССР‑ы Большевиктар коммунистар партияһының ҮК ағзаһы. 1919—20 йй. РКП(б) ҮК һәм Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның Башҡортостан хәрби-революцион комитеты эргәһендәге ғәҙәттән тыш хоҡуҡлы вәкиле, бер үк ваҡытта “Башкирпомощь” Үҙәк идаралығы етәксеһе. 1920 й. февр.—мартында АСБР б‑са Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы вәкиле булып “Ҡарағош яуы”н баҫтырыуҙа ҡатнаша. Башҡорт милли хәрәкәтенә ҡаршы булып, АСБР‑ҙы автономияның сәйәси һәм иҡт. хоҡуҡтарынан мәхрүм итеүгә булышлыҡ итә. 1920 й. РКП(б)‑ның Мәскәү губ. ком‑ты секретары, 1921 й. алып Бөтә Рәсәй тау эшселәре союзы ҮК рәйесе.

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика