РУБРУК Виллем (1215 й. һәм 1220 й. араһы — 1293), фламанд сәйәхәтсеһе, монах. 1253—55 йй. Монголдар империяһына Мүнке ханға француз короле Людовик IX тарафынан ебәрелгән дипломатик миссияны етәкләй. Р. маршруты Фәләстандан Урта Азияға Константинополь, Ҡырым, Волга й. түбәнге ағымы һәм Урал буйы далалары, хәҙ. Урта Азия һәм Көньяҡ Себер терр‑яһы аша үткән. “Көнсығыш илдәргә сәйәхәт” (“Путешествие в восточные страны”) китабы авторы. Унда Р. тарих, этнография һәм география б‑са материалдар бирә; “паскатир” исеме м‑н башҡорттарҙы телгә ала, Башҡортостанды Бөйөк Венгрияға тиңләй. Көнбайыш Европа сәйәхәтселәренән беренсе булып башҡорттар төйәк иткән биләмәләрҙе дөрөҫ һүрәтләй, атап әйткәндә, көнбайышта ул Волга буйы Болғары м‑н сиктәш тип билдәләй. Р., Плано Карпини, Юлиан һ.б. мәғлүмәттәре башҡорттарҙың килеп сығышының фин-уғыр теорияһына нигеҙ һала.

В.А.Иванов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.