СЕРГЕЕВ Дмитрий Степанович [30.10.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Анненский ҡсб (БР‑ҙың Благовещен р‑ны) — 13.3.2003, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. окт. алып Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се гвардия армияһының 29‑сы гвардия корпусы 74‑се гвардия уҡсылар див. 157‑се гвардия артиллерия полкының орудие ком. гвардия сержанты С. 1945 й. 2—20 февр. Познань ҡ. (Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) БАССР‑ҙың Өфө р‑нында һәм Өфө ҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан орд. (1944) м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика