СЕНАТОР РЕВИЗИЯЛАРЫ, хөкүмәт саралары. Урындағы власть органдары эшмәкәрлеген, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тикшерер өсөн Пётр I 1722 й. 4 апр. Указы м‑н индерелә. Махсус тәғәйенләнгән сенаторҙар тарафынан үткәрелгән, С.р. ваҡытын һәм урынын император билдәләгән. Һөҙөмтәләре императорға күрһәтелгән, Сенатта, Министрҙар советында ҡаралған. 1800—1915 йй. 120‑нән ашыу С.р. булған. Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында 4‑әү билдәле. М.Г.Спиридов һәм И.В.Лопухин етәкс. С.р. (1800 й. июнь— авг.) барышында суд учреждениелары эшендәге яңылышлыҡтар, крайҙа йәшәгән халыҡтың хоҡуҡтарын боҙоу, ыҙан контораһы (ҡара: Ыҙанлау) хеҙм‑рҙәренең эш урынында енәйәт ҡылыу осраҡтары асыҡланған. Спиридов һәм Лопухин тарафынан барлыҡ суд учреждениеларында төрки телдәрҙе белгән тәржемәсе вазифаһын булдырыу т‑да тәҡдим индерелә. А.Н.Пещуров етәкс. С.р. (1842 й. окт. — 1843 й. июле) — губ. һәм өйәҙҙәге дәүләт учреждениелары эшмәкәрлеген, А.Ф.Веймарн етәкс. (1844 й. июнь—июле) суд учреждениеларын тикшереү, ш. уҡ быға тиклемге ревизия барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөр өсөн ебәрелә. М.Е.Ковалевский етәкс. С.р. (1880— 81) дәүләт идаралығының бөтә өлкәләрендә, ш. иҫ. ген.-губернатор Н.А.Крыжановский етәкс. урындағы хакимиәттә, енәйәт эштәрен, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен (ҡара: Аҫабалыҡ) тартып алыу, чиновниктарҙың аҙ ерле керҙәштәргә тәғәйенләп ҡалдырылған майҙандарҙы һатып алғанда, ташлама м‑н һатҡанда ялған ҡағыҙҙар м‑н эш итеү һәм ришүәт алыу осраҡтарын асыҡлаған. Ревизия һөҙөмтәләре б‑са Ырымбур ген.-губернаторлығы бөтөрөлә, Крыжановский һәм дәүләт мөлкәте министры П.А.Валуев вазифаларынан алына. Император Александр III 1881 й. 3 майындағы Указына ярашлы, ерҙәрҙе ташлама м‑н һатыу бөтөрөлә; законһыҙ һатып алынған биләмәләр башҡорттарға һәм керҙәштәргә кире ҡайтарылмаған. С.р. һөҙөмтәләре т‑да Ковалевскийҙың доклады 1929 й. С.М.Шпицерҙың “Башҡорт халҡының үткәненән” (“Из прошлого башкирского народа”) китабында баҫтырыла. 20 б. башында С.р. үткәреү туҡтатыла.

Әҙәб.: Е р о ш к и н Н.П. Местные государственные учреждения дореформенной России. 1800—1860. М., 1985; Р е м е з о в Н.В. Быль в сказочной стране: очерки. Уфа, 1986.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика