РОПШИН МИНОМЁТ ПОЛКЫ, Көньяҡ Урал хәрби округы командующийы бойороғо б‑са 1942 й. февр.—авг. БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Покровка а. ойошторола. Сент. алып полк Ленинград фронтының 67‑се, 2‑се удар армияһы, 1944 й. окт. — 4‑се Украина фронтының 38‑се, 1‑е гвардия армияһы составына ингән. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда — 1942—44 йй. Ленинградты обороналауҙа, 1945 й. Көнбайыш Карпат, Морав.-Острава һәм Прага операцияларында ҡатнаша. 1945 й. авг.__ таратыла. Почётлы “Ропшин” исеменә лайыҡ була (1944). Полк Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Александр Невский орд. (1945) м‑н бүләкләнгән. Ком.: подполк. Х.И.Григовкер (1944), майор Логинов (1945).

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. Башкортостан в годы Второй мировой войны, 1939—1945. Уфа, 2000.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.