РОМАШКИН Иван Данилович (15.9. 1909, Дон ғәскәре өлк. Ромашкин утары — 26.9.1998, Өфө), майор. Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Сталинград өлк. эшләй. Кесе лейт. курстарын тамамлаған (1942). 1931—34 йй., 1935—40 йй. һәм 1941 й. башлап Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көнбайыш, Брянск, Үҙәк, 1‑се, 2‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия танк армияһы 9‑сы гвардия танк корпусының 33‑сө гвардия бригадаһы 2‑се мотоуҡсылар батальоны ком. гвардия өлкән лейт. Р. 1945 й. 23 апр. Берлинды штурмлағанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1956) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Р. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин