СЕКИН Владимир Алексеевич (15.5. 1924, Пенза губ. Поим а. — 19.12. 2005, Стәрлетамаҡ ҡ.), лётчик, полк. (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1944). 1942 й. алып Совет Армияһында. 1944 й. июненән 2‑се Белоруссия фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се һауа армияһының 230‑сы авиация див. 103‑сө штурмлау авиация полкының звено ком. лейт. С. 130 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1957) Стәрлетамаҡта эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Стәрлетамаҡта уға һәйкәл, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика