СЕДЕЛЬНИКОВ (Сидельников) Тимофей Иванович [1871, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Спасск ҡсб (Силәбе өлк. Верхнеурал р‑ны) — 1930], Ырымбур губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Казактарҙан. 1918 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Ер үлсәү училищеһын тамамлаған. Урал күскенселәр партияһында, Һарытау, Сембер һәм Пермь губ. ер үлсәүсе булып эшләгән. Думала хеҙмәтсәндәр фракцияһы ағзаһы. 1906 й. июлендә Выборг ҡ. Думаны таратыуға ризаһыҙлыҡ белдереп, граждандарҙы дәүләт власы органдарына буйһонмаҫҡа саҡырған “Халыҡҡа — халыҡ вәкилдәренән” өндәмәһенә ҡул ҡуйған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыла. Февраль революцияһынан һуң Ырымбур ғәскәр башҡармаһы, 1918 й. июленән Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның казактар бүлеге ағзаһы, 1919 й. майынан Аҙыҡ-түлек армияһының үҙәк комиссияһы рәйесе урынбаҫары, окт. алып Башревкомда Бөтә Рәсәй ҮБК вәкиле. 1920 й. февр. башлап РСФСР‑ҙың Эстон Респ. вәкиле, 1921 й. — Игенселек ХК‑нда, РСФСР эшсе-крәҫтиән инспекцияһы ХК‑нда эшләй.

Д.А.Сафонов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика