СЕБЕР ХАНЛЫҒЫ, Себер йорто, 15 б. аҙ. — 16 б. Көнбайыш Себер, Төньяҡ, Урта һәм Көньяҡ Уралдағы (төньяҡ өлөшөндә) дәүләт. Төмән ханлығында хакимлыҡ итеүсе Тайбуғалар һәм Шейбаниҙарҙың үҙ-ара ыҙғышы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Баш ҡалаһы — Иҫкер (Ҡашлыҡ). Дәүләт башында урындағы аҡһаҡалдар тарафынан һайлап ҡуйылған Сыңғыҙ нәҫеленә ҡараған хан торған. Дәүләт мәсьәләләре карачибәктәрҙән (юғары аристократия вәкилдәре) торған диуан тарафынан хәл ителгән. Дәүләт дине — ислам. Рәсми теле — төрки. Дәүләт ҡоролошо ярым хәрби характерҙа булған. Терр‑яһы солтандар (тәхет вариҫтары), бәктәр (бейҙәр), мырҙалар, тархандар етәкселек иткән улустарға бүленгән. Төп хужалыҡ тармағы — малсылыҡ. Халҡы шулай уҡ төрлө кәсептәр, игенселек, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ханлыҡтың биләмәләрен һаҡлау өсөн ҡәлғәләр төҙөлгән. Иң эре ҡалалары: Ҡасим-Тура, Ҡолары, Ҡыҙыл-Тура (Усть-Ишем), Тархан-Ҡала, Тон-Тура, Явлу-Тура һәм башҡалар. С.х. Рәсәй дәүләте м‑н һуғыштар алып барған. Урал аръяғы башҡорттары (табын һ.б. ҡәбиләләр) С.х. йоғонтоһонда булып, уға яһаҡ түләгән, хәрби (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) һ.б. йөкләмәләр атҡарған. П.И.Рычков мәғлүмәттәреһәм табын ҡәбиләһе шәжәрәһе б‑са, Себер хандары урындағы халыҡты бөлдөргән, Себер ханы Ибәк м‑нкөрәшосоронда башҡорттар Ағиҙел һәм Инйәр йй. буйына күсенергә мәжбүр була. 16 б. 2‑се ярт. Себер ханы Күсем армияһына башҡорттарҙың бәкәтин, ҡатай, табын, һалйот, һеңрән һ.б. ҡәбиләләре ингән. 16 б. аҙ. — 17 б. башында Рәсәй м‑н һуғыштар осоронда С.х. уның составына инә. Һуңыраҡ Себер хандары улдары (Себер хандары вариҫтары) бер нисә тапҡыр С.х. тергеҙергә ынтылыш яһай (ҡара: Күсем нәҫеле).

Әҙәб.: Трепавлов В.В. История Ногайской Орды. М., 2002; Исхаков Д.М. Введение в историю Сибирского ханства: очерки. Казань, 2006.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика