СЕБЕР ПРИКАЗЫ, Рәсәйҙә үҙәк дәүләт учреждениеларҙың береһе. 1637 й. Себер м‑н идара итеү өсөн ойошторола. С.п. приказ судьяһы етәкселек иткән, составында 2 ярҙамсы, дьяктар, подьячийҙар булған. Суд, таможня, һалым (ш. иҫ. яһаҡ) йыйыу эштәре м‑н шөғөлләнгән, Ҡытай, Монголия һәм Урта Азия ханлыҡтары м‑н дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырған.С.п. ҡарамағында төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш башҡорттар булған. 1710 й. башында С.п. бөтөрөлә, Себер м‑н дөйөм етәкселек итеү Сенатҡа тапшырыла. 1730 й. Сенаттың ген.-прокуроры (1734 й. алып С.п. прокуроры вазифаһы булдырыла) етәкселегендә тергеҙелә. 18 б. С.п. урындағы хакимиәт эшмәкәрлеген күҙәтеү, ҡаҙна йыйымдары, ҡиммәтле тире йыйыу кәсебе м‑н шөғөлләнә. 1763 й. С.п. тулыһынса бөтөрөлә, уның функциялары айырым кабинетҡа һәм төрлө коллегияларға бирелә.

Әҙәб.: Леонтьев А.К. Образование приказной системы управления в Русском государстве. М., 1961.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика