СЕБЕР ДАРУҒАҺЫ, 16 б. аҙ. Өфөөйәҙе, 18 б. башында Өфө провинцияһы, 1744 й. алып Ырымбур губернаһы составына инә (ҡара: Даруға). 17 б. аҙ. төньяҡ-көнбайышта — Көңгөр өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Верхотур һәм Тубыл өйәҙҙәре, көньяҡ-көнсығышта — Ҡаҙаҡ ханлығы, көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көньяҡ-көнбайышта — Ҡазан даруғаһы, төньяҡ-көнбайышта Уҫы даруғаһы м‑н сиктәш була.1725—26 йй. С.д. 24 башҡ. улусы һәм 3,7 меңгә яҡын хужалыҡ, 1775 й. — 10 улус (Дыуан, Ҡара-Табын, Ҡошсо, Мырҙалар, Түбәләҫ, Тырнаҡлы, Һарт, Һунлар, Шайтан-Көҙәй, Әйле) теркәлгән. Өйәҙҙәргә бүлеү индерелгәс (1781), С.д. терр‑яһында Троицк өйәҙе, Өфө өйәҙенең бер өлөшө, Силәбе өйәҙе, Пермь һәм Тубыл наместниклыҡтарының берөлөшө ойошторола. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң тулыһынса бөтөрөлә.

Р.Р.Фазылов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика