СЕБЕР ГУБЕРНАҺЫ, 1708 й. ойошторола. Урал тауҙарынан алып Тымыҡ океанға тиклемге терр‑яны алып торған: Көнсығыш, Көньяҡ, Көнбайыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш. Дөйөм идара итеү м‑н Сенат, 1730 й. алып Себер приказы, 1763 й. — айырым кабинет шөғөлләнгән. Адм. үҙәге — Тубыл ҡалаһы. 1719 й. башлап 3 провинцияға бүленгән; 1724 й. алып 5 провинция (Вятка, Енисей, Иркутск, Соликамск, Тубыл) һәм 8 дистрикттан торған. 1727 й. Вятка һәм Соликамск провинциялары Ҡазан губернаһына бирелә.Башҡортостандыңтөньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәВятка һәм Тубыл провинциялары урынлашҡан, 1737 й. Урал аръяғы башҡорттарыяңы ойошторолған Исәт провинцияһы составынаингән. 1764 й. С.г. Иркутск губ., 1781 й. Пермь наместниклығы бүленеп сыға. 1782—83 йй. уның терр‑яһында Иркутск, Колывань, Тубыл наместниклыҡтары ойошторола (1797 й. бөтөрөләләр, Иркутск һәм Тубыл губ. төҙөлә). 19 б. башында Себергә ген.-губернатор етәкселегендәге айырым идара индерелә. 1822 й. Омск өлк., Тубыл һәм Томск губ. составында — Көнбайыш Себер (адм. үҙәге — Тубыл, 1839 й. алып — Омск ҡ.) һәм Енисей, Иркутск губ., Якутск өлк. составында Көнсығыш Себер (адм. үҙәге — Иркутск ҡ.) ген.‑губернаторлыҡтары ойошторола; 1882 й. һәм 1887 й. ген.-губернаторлыҡтар бөтөрөлә.

Әҙәб.: Щеглов И.В. Хронологический перечень важнейших данных из истории Сибири: 1032—1882 гг. Сургут, 1993.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика