СЕБЕР АРМИЯҺЫ, 1) 1918 й. Ваҡытлы Себер хөкүмәтенең ҡораллы көстәре. 28 майҙа Хәрби ведомство б‑са бойороҡҡа ярашлы Көнбайыш Себер армияһы булараҡ ойошторола, 27 июлдә С.а. тип үҙгәртелә. Составына 5‑се Амур буйы, Урта Себер, Ялан Себер, 3‑сө Урал армияһы, Урал һәм 4‑се Көнсығыш Себер корпустары ингән. Урта Уралда РККА‑ның Икенсе армияһы һәм 3‑сө армияһына ҡаршы һуғышҡан. Июлдә — Чехословак айырым корпусы м‑н берлектә Екатеринбург ҡ., дек. Көңгөр һәм Пермь ҡҡ. алған. А.В.Колчак бойороғо б‑са 24 дек. таратыла, С.а. штабы базаһында Себер айырым армияһы ойошторола. Командующийҙары: полк. А.Н.Гришин-Алмазов (майҙан), ген.- майор П.П.Иванов-Ринов (1918 й. сент.—дек.). 2) 1919 й. Рус армияһы составындағы ҡораллы көстәр. 1918 й. дек. Екатеринбург ғәскәрҙәре төркөмөнән ойошторола. Составына 1‑се Урта Себер, 3‑сө Ялан Себер корпустары, Воткинск див. һәм Красноуфимск бригадаһы ингән. 1919 й. мартында — Оханск һәм Уҫы ҡҡ., апр. Сарапул, Воткинск һәм Ижевск ҡҡ. ала. Июндә РККА ҡыҫымы аҫтында Урал аръяғына сигенә. Июлдә Көнсығыш фронттың 1‑се һәм 2‑се Себер армияларына бүленә. Командующийҙары: ген.‑майор А.Ф.Матковский (1918 й. дек. алып), ген.‑лейтенанттар Р.Гайда (1919 й. ғин. алып), М.К.Дитерихс (1919 й. 11—22 июле).

Әҙәб.: С а х а р о в К.В. Белая Сибирь. Мюнхен, 1923; Б о л д ы р е в В.Б. Директория. Колчак. Интервенты. Новониколаевск, 1925; Б у д б е р г А. Дневник белогвардейца. Л., 1929.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика