СВЕШНИКОВ Михаил Иванович (1873—?), Ырымбур губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Троицк өйәҙе казактарынан. Мәхәллә училищеһын тамамлаған. Шул уҡ өйәҙҙең Бобровка ҡасабаһы атаманы. Думала хеҙмәтсәндәр фракцияһы ағзаһы. Станицаның почётлы судьяһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.