СВЕРДЛОВ Яков Михайлович [Янкель Мовшевич; 23.5. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 4.6.) 1885, Түб. Новгород ҡ. — 16.3.1919, Мәскәү], революция хәрәкәте эшмәкәре. 1901 й. алып РСДРП ағзаһы. 1901—05 йй. Түб. Новгород, Кострома, Ярославль, Ҡазан ҡҡ. революцион эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә. 1901—17 йй. бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1905 й. сент. РСДРП(б) ҮК тарафынан Екатеринбург ҡ. ебәрелә, унда РСДРП(б)‑ның Урал өлкә ком‑тына етәкселек итә. 1906 й. ғин. Өфөлә Өфө большевиктары м‑н кәңәшмә үткәрә. 1917 й. апр. 1‑се Урал өлкә конференцияһына, партияның өлкә ком‑тын тергеҙеүгә етәкселек итә. 1917—19 йй. РСДРП(б)—РПК(б) ҮК секретары, бер үк ваҡытта 1917 й. нояб. башлап РСФСР‑ҙың Бөтә Рәсәй ҮБК рәйесе. Андрей, Михалыч псевдонимдары м‑н билдәле була. Өфөлә, ш. уҡ БР һәм РФ‑тың башҡа ҡалаларында урамдарға С. исеме бирелгән.

Әҙәб.: Узиков Ю.А. Посланцы В.И.Ленина в Башкирии. Уфа, 1989.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика