САЯПОВ Тимер Шаймөхәмәт улы [31.3.1914, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Үрге Ҡарыш а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны)], тарихсы, совет партия-дәүләт эшмәкәре. Тарих ф. канд. (1969). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1975). Журналистар союзы ағзаһы (1965). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1936), ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1944) тамамлаған. 1937 й. алып Өфө металлургия эшселәре ф‑тында уҡыта, 1939 й. — ВЛКСМ‑дың Өфө ҡала ком‑ты секретары, 1940 й. — ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары, 1944 й. дек. — 1‑се секретары, 1951 й. — КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты бүлеге мөдире, 1956 й. — ТТӘИ ғилми секретары. 1957 й. башлап “Башнефть” берекмәһендә, 1960—63 йй. БАССР ХХС‑ында эшләй, 1964—75 йй. БАССР МС‑ының Нәшриәт, полиграфия һәм китап менән сауҙа итеү эштәре идаралығы нач., 1979—88 йй. Башҡортостан комсомолы тарихы музейы (Өфө) хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостан комсомолы тарихына арналған. Һуғыш, хеҙмәт, Хәрби Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) Башҡортостан респ. ойошмаһы рәйесе урынбаҫары (1987—96). БАССР ЮС‑ының 2—4‑се, 7‑се саҡрылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949, 1971).

Хеҙм.: Ленинский комсомол Башкирии: ист. очерк. Уфа, 1978.

Р.С.Әйүпов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика