РОМАНОВТАР, баярҙар нәҫеле, батшалар (1613 й. алып), императорҙар (1721—1917) фамилияһы. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Никита Романович Захарьин-Юрьев (?—1586). 16 б. аҙ. — 17 б. башында Өфөлә һөргөндә кенәз А.А.Репнин м‑н бергә ш. уҡ Иван Р. була. Р. нәҫеленә ш. уҡ ҡарағандар: Пётр Алексеевич Р. (ҡара: Пётр I), Рәсәй императоры. Башҡорт ихтилалын (1704—11) баҫтырыуға етәкселек иткән. 1708 й. адм.‑терр. реформа үткәреү инициаторы була, уның һөҙөмтәһендә Башҡортостан терр‑яһында ("Өфө провинцияһы ойошторола; Александр Павлович Р. (ҡара: Александр I), Рәсәй императоры. 1824 й. сент. Рәсәй буйлап сәйәхәт иткәндә Башҡортостанда булып китә; Александр Николаевич Р. (ҡара: Александр II), Рәсәй императоры. Реформалар (19 б. 60—80‑се йй.) үткәреү инициаторы. 1837 й. июнендә Ырымбур, Силәбе ҡҡ., Златоуст (Косотур) заводында һ.б. урындарҙа була; Николай Александрович Р. (ҡара: Николай II), Рәсәй императоры. 1891 й. июлендә ағаһы Михаил Александрович Р. м‑н берлектә Орск ҡ. Ырымбур губ. Орск өйәҙе башҡорттары делегацияһы м‑н осраша, 1904 й. июнендә Николай II Өфөгә һәм Златоуст ҡ. килә. Февраль революцияһы осоронда 1917 й. 2 мартында тәхеттән баш тарта. 1918 й. 17 июлендә Екатеринбург ҡ. ғаиләһе м‑н бергә атыла. 1998 й. 17 июлендә РФ хөкүмәте ҡарары б‑са батша ғаиләһе ҡалдыҡтары С.‑Петербургта ҡайтанан ерләнә, 2000 й. Николай II ғаиләһе Урыҫ православие сиркәүе тарафынан изгеләр рәтенә индерелә.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.