РОМАНОВ Николай Кириллович (10.5.1919, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Үрге Ҡаҙмаш а. — 20.10.1943, Белорус ССР‑ы Козероги а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934 й. алып Ҡариҙел р‑нында “8 март” к‑зында, ВЛКСМ‑дың район ком‑тында эшләй. 1939 й. окт. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. алып Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армия 106‑сы уҡсылар див. 188‑се уҡсылар полкының взвод ком. старшина Р. 1943 й. 15 окт. Белорус ССР‑ының Лоев ҡасабаһынан көньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел а. урамға Р. исеме бирелгән, Александровка а. мәктәп бинаһына уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.