РОДНОВ Михаил Игоревич (14.1. 1959, Ярославль ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1981). 1985—90 йй. һәм 1995 й. алып ТТӘИ‑лә (1999—2011 йй. бүлек мөдире) эшләй, 1990—95 йй. БР Милли музейы дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре 19 б. аҙ. — 20 б. башында Көньяҡ Уралда крәҫтиәндәр һәм аграр мөнәсәбәттәр тарихына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Уфа, 2001 (авторҙ.); Крестьянство Уфимской губернии в начале XX века (1900—1917 гг.): социальная структура, социальные отношения. Уфа, 2002; Хлебный рынок Уфимской губернии в конце XIX — начале ХХ века. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Текст на русском языке