АСТАФЬЕВ Михаил Иванович (1821, Калуга губ. — 11.6.1884, Ырымбур ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1879). Дворяндарҙан. 1817—64 йй. Кавказ һуғышында ҡатнашыусы. Император хәрби акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1845). 1839—76 йй. һәм 1878 й. алып рус армияһында. 1845 й. Ырымбур айырым корпусында, 1846—76 йй. Кавказ айырым корпусында хеҙмәт итә. 1878 й. башлап Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы. 1879 й. Ырымбурҙа булған янғындан зыян күреүселәргә һәм 1880—82 йй. ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә асығыусыларға бөтә Рәсәй иғәнә йыйыу барышында йыйылған аҡсаларҙы бүлеүгә етәкселек итә. Ырымбур губерна балалар приюттары попечителлеге, Николай аҫыл һөйәк ҡатын‑ҡыҙҙар ин‑ты (Ырымбур) рәйесе. А. булышлығында бер нисә мәктәп һәм китапхана асыла, Ырымбур Изге Ольга балалар приютында Александр II исемендәге 2 стипендия булдырыла. 3‑сө дәрәжә ҡылыслы (1862) һәм 4‑се дәрәжә бантлы (1848) Изге Владимир, 2‑се дәрәжә (1850) император тажлы (1852) һәм 3‑сө дәрәжә бантлы (1847) Изге Анна орд., “Батырлыҡ өсөн” яҙыулы алтын шпага (1848) м‑н бүләкләнгән. Силәбе өлк. Астафьевский ҡасабаһына А. исеме бирелгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков