РИГА ХӘРБИ ПЕХОТА УЧИЛИЩЕҺЫ, 1940 й. рус һәм латыш батальондары составында ойошторола; 1941 й. июленән Стәрлетамаҡ ҡ. урынлаша. 1941 й. сент. — 1945 й. ғин. офицерҙарҙың 19 сығарылышы (3932 кеше) була: дөйөм ғәскәри һәм сәйәси хеҙм‑рҙәр, гвардия частарын тулыландырыр өсөн курсанттар. 1946 й. сент. ябыла. Уч‑ще нач.: полковниктар В.А.Чистов (1940 й. сент. алып), К.С.Глинка (1941 й. авг. алып), П.И.Киселёв (1943 й. июненән).

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. Башкортостан — кузница офицерских кадров. Уфа, 1998.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.