РӘХМӘТУЛЛИН Мәргән Абдулла улы (30.5.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 14.10.2006, Мәскәү), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1988). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 2004 й. тиклем РФА‑ның Рәсәй тарихы ин‑тында, эшләй, бер үк ваҡытта 1970 й. алып бүлек мөдире, 1980—2006 йй. “Отечественная история” (“Ватан тарихы”) ж. баш мөхәррир урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге 19 б. 2‑се сирегендә Рәсәйҙә крәҫтиәндәр хәрәкәте, декабристар ихтилалы, 19 б. 1‑се ярт. Рәсәйҙең йәмәғәт фекере тарихына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: А.В.Суворов и русское военное искусство второй половины XVIII века. М., 1980; Крестьянское движение в великорусских губерниях в 1826—1857 гг. М., 1990.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф. Ә. Ҡылысбаев