РӘҮ ИЗ МӘҒЛҮМӘТТӘРЕ, 18 б. — 19 б. 1‑се ярт. Рәсәй империяһы халҡының ревизия ваҡытында төҙөлгән исемлеге. Пётр I 1718 й. 26 нояб. указы м‑н индерелә. Унда торама пункттың исеме, уның урынлашҡан ере, өй һаны, халыҡ иҫәбе (һәр кемдең исеме һәм йәше күрһәтелгән), уның соц. һәм милли составы, кешенең ғаилә хәле (1‑се, 2‑се һәм 6‑сы Р.м. ҡатын‑ҡыҙ күрһәтелмәгән) т‑да мәғлүмәт булған. Мәғлүмәт ғаиләләр, йәғни йорттар б‑са теркәлгән. Р.м. китап рәүешендә эшләнгән, 3‑сө ревизиянан алып (1762) берҙәм баҫма бланк индерелгән. Р.м. крәҫтиәндәр, посад кешеләре, однодворецтар, яһаҡлы кешеләр, бобылдәр, ямсылар, эшсе кешеләр һ.б. һалым түләгән ҡатламға ҡараған халыҡ ингән; дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ), руханиҙар һәм чиновниктар (һалымдарҙан азат ҡатлам), һуғыш мәлендәге армия һәм флоттағылар, отставкалағы һалдат һәм драгундар индерелмәгән. Ҡалаларҙа Р.м. ҡала идаралығы ағзалары, дәүләт крәҫтиәндәре йәшәгән ауылдарҙа — старосталар, шәхси биләмәләрҙә алпауыттар йәки уларҙың идарасылары тарафынан төҙөлгән. Башҡ. ауылдарында мәғлүмәттәрҙе старосталар һәм старшиналар биргән, һуңы__нан ауыл йыйылыштарында мәғлүмәттәрҙе махсус чиновниктар өс тапҡыр тикшергән (исемлектә берәйһен төшөрөп ҡалдырған, йәшергән өсөн ғәйеплеләрҙе язаға тарттырғандар) һәм йорт старшинаһы имзаһы м‑н ауылдар төркөмө исемлеге — кантон башлығына, артабан Ырымбур ҡаҙна палатаһына ебәрелгән. Ауылдар, улустар һәм өйәҙҙәр б‑са айырым мәғлүмәттәр нигеҙендә йыйылма Р.м. төҙөлгән, ундағы мәғлүмәттәр “Исемлек ведомостары”на индерелгән.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018