РӘСҮЛЕВ Ғайса Фәтҡулла улы [1866, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Шәрип а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1921, АСБР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Иҫке Байрамғол а. (БР‑ҙың шул уҡ районы)], дин әһеле. Ахун. 1904— 05 йй. рус‑япон һуғышында ҡатнашыусы. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. Троицк өйәҙенең Ялсығол а. мәсетендә имам‑хатип булып хеҙмәт иткән. 1904—05 йй. — 3‑сө Маньчжурия армияһы штабында мулла. Демобилизациянан һуң Ялсығолға ҡайта, һуңыраҡ Иҫке Байрамғолда йәшәй. Халыҡ араһында әүлиә булып танылған. Башҡ. халыҡ йыры “Ғайса ахун”дың барлыҡҡа килеүе Р. исеме м‑н бәйле. 3‑сө дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Рәсүлев Ғ.З. мәҡ. ҡарағыҙ.

З.Ғ.Ғәтиәтуллин, Р.Х.Насиров

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018