РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ГЕРОЙЫ, Рәсәйҙә иң юғары почётлы исем. 1992 й. 20 мартындағы «Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен индереү һәм махсус айырма билдәһе — “Алтын Йондоҙ” миҙалы булдырыу тураһында »ғы РФ законы м‑н булдырыла. Исем РФ Президенты тарафынан бирелә һәм алына. Геройға махсус айырма билдәһе — “Алтын Йондоҙ” миҙалы һәм исем бирелеү т‑да грамота тапшырыла. 2015 й. ҡарата Р.Ф.Г. исеменә — 1013, ш. иҫ. Башҡортостан Республикаһынан 19 һәм башҡа төбәктәрҙән килеп, республикала бер йылдан ашыу йәшәгән 8 (А.И.Анощенков, А.В.Блохин, А.В.Омельяненко — бөтәһе лә Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын тамамлаусылар; Г.Г.Быстрицкий, Г.И.Гусляков, Н.А.Злобин, П.А.Петрачков, А.А.Сафронов), кеше лайыҡ була. Был исемгә Быстрицкий, Гусляков, П.В.Еремеев һәм Д.П.Плотников — Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн, Анощенков, Блохин, А.В.Доставалов, Злобин, Р.Р.Ихсанов, А.В.Квашнин, Ю.С.Климов, А.Р.Ҡорбанғәлиев, Омельяненко, А.В.Панфилов, Петрачков, М.М.Рафиҡов, А.А.Романов, Сафронов, Р.Р.Сәхәбетдинов, В.Е.Трубанов, С.З.Тулин, В.Р.Әлимов һәм Ф.А.Яҡупов Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында күрһәткән ҡыйыулығы өсөн лайыҡ була.

М.Ә.Бикмәев, Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Рәсәй Федерацияһы Геройҙары

Фамилияһы, исеме, атаһының исеме

Исем бирелгән йыл

Аверьянов Вячеслав Юрьевич

2001

Анощенков Андрей Иванович

1999

Блохин Александр Владимирович

2002

ГусляковГеоргий Иванович

1994

ДоставаловАлександр Васильевич

2000

ЕремеевПётр Васильевич

1995

Закиров Игорь Рәүеф улы

1994

ЗлобинНиколай Анатольевич

2010

ИхсановРафиҡ Рәшит улы

2000

КвашнинАнатолий Васильевич

1999

КлимовЮрий Семёнович

2000

ҠорбанғәлиевАртур Ришат улы

1999

Омельяненко Александр Владимирович

2001

ПетрачковПавел Анатольевич

2010

Плотников Дмитрий Павлович

1996

Рафиҡов Мансур Миңлебай улы

1996

Романов Анатолий Александрович

1995

Сафронов Анатолий Александрович

2000

Сәхәбетдинов Риф Рәйес улы

2001

Трубанов Владимир Евгеньевич

1998

Тулин Сергей Заһит улы

1996

Әлимов Владимир Ришат улы

2000

Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы

1995

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.