РӘМИЕВТӘР, алтын приискыһы хужалары, меценаттар, фән эшмәкәрҙәре. Ырымбур губ. татарҙары. Иң билдәлеләре: Мөхәмәтсадиҡ Ғәбделкәрим улы Р. (1827 — 22.4.1892, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ Ямы а., хәҙ. Баймаҡ р‑ны Юлыҡ а.), сауҙагәр. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны), 1862 й. алып Юлыҡ Ямы а. йәшәгән. 1870—90 йй. 200‑гә яҡын алтын приискыһы һатып алған (ҡара: Рәмиевтәрҙең алтын приискылары). Уның улдары: Мөхәмәтшакир Мөхәмәтсадиҡ улы Р. (5.3.1857, Ергән — 15.3.1912, Ырымбур ҡ.), сауҙагәр. Муллаҡай мәҙрәсәһен тамамлаған, Германияла уҡыған. Атаһынан мираҫҡа ҡалған приискыларҙа алтын табыуҙы дауам иткән. Мәсет һәм мәктәптәр төҙөүгә аҡса бүлгән. Ырымбур өйәҙендә — 871 дисәтинә, Орск өйәҙендә 703 дисәтинә ер биләгән; Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы (ҡара: М.М.Рәмиев). Ағалы-ҡустылы Р. “Ваҡыт” гәз., “Шура” ж. нәшер итеүҙе ойошторған, Ырымбурҙа типография тотҡан. Мөхәмәтзакир М. улы Искәндәр Мөхәмәтзакир улы Р. (1886, Юлыҡ Ямы а. — 5.4.1943, Кемерово өлк.), тау инженеры. Фрайберг тау акад. тамамлағандан һуң (1914, Германия) Рәмиевтәрҙең приискыларында эшләй: техник етәксе, Балҡан приискыһы идарасыһы; 1919 й. алып ХХС‑тың иҡтисад бүлегендә күмер табыу экспедицияһы составында, 1925 й. — Баймаҡ алтын-баҡыр з‑дының (ҡара: Таналыҡ-Баймаҡ заводы) металлургия цехы, “Башзолото” тресының химия лаб. начальнигы. Бер нисә уйлап табыу авторы. Репрессиялана (1938), төрмәлә вафат була. Аҡлана. Уның улы Бәшир Искәндәр улы Р. (1.5.1918, Орск ҡ. — 16.5.1994, Мәскәү). Техник ф. д‑ры (1962). РСФСР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1987). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1950 й. башлап Мәскәү иҫәпләү-аналитика з‑ды эргәһендәге махсус 245‑се КБ‑ла лаб. мөдире, 50‑се йй. уртаһынан Пенза матем. машиналар ҒТИ‑ның дир. урынбаҫары, 1971 й. алып СССР Фән һәм техника дәүләт ком‑тының Хисаплау техникаһы һәм идара итеү системаһы баш идаралығының нач. урынбаҫары. СССР‑ҙа тәүгеләрҙән булып электрон-иҫәпләү машинаһын эшләүселәрҙең береһе. “Стрела” электрон-иҫ .плә . машинаһын эшләүҙә ҡатнашыусы, “Урал” электрон-иҫәпләү машинаһын эшләү төркөмө етәксеһе һ.б. 70‑кә яҡын фәнни хеҙмәт, 20‑нән ашыу уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1954). 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Н.Макарова, Р.И.Үтәғолов

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018