РӘМЗИ Морат [10.10.1854 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25.12.1855), Ырымбур губ. Минзәлә өйәҙе Әлмәт а. (ТР‑ҙың Сарман р‑ны) — 2.4.1934, Чугучак ҡ., Ҡытай], тарихсы, дин әһеле. “Мәржәниә” мәҙрәсәһендә (Ҡазан) уҡыған. 1877 й. алып Көнсығыш илдәре буйлап сәйәхәт иткән, Мәккә ҡ. Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә инә. “Тәлфик әл-әхбар вә тәлких әл-асар фи вәкаиг, Казан вә Болгар вә мөлүк әт-татар” (“Ҡазан, болғар һәм татар хакимдары һәм улар м‑н бәйле ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәр һәм риүәйәттәр йыйынтығы”; 1—2 т., 1908) хеҙмәтенең авторы, унда башҡ. ерҙәрен колониялаштырыу тарихы бәйән ителә, Рәсәй хөкүмәтенең соц.-иҡтисади сәйәсәтенә күҙәтеү яһала. 2‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы делегаты.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018